Хәтер
12 Декабря 2021, 05:06

Һөйгәнемә

(Тормош иптәшем мәрхүмә Миләүшә Ишбулды ҡыҙы Йомадиловаға бағышлана). 

ҺөйгәнемәҺөйгәнемә
Һөйгәнемә

Аҡ күбәләк кеүек осоп торҙоң,
Яндарымда һәр саҡ иркәләп.
Ниңә яҙмыш айырҙы һуң беҙҙе,
Ерле юҡҡа ғына үпкәләп.

Ҡайтсы, ҡайтсы, иркәм, яндарыма.
Өндә түгел төштә булһа ла,
Онотмамын һинең һөйөүеңде,
Айҙар түгел, йылдар уҙһа ла.

Күҙ алдымдан йылмайыуың китмәй,
Иҫтә тотам наҙлы йөҙөңдө.
Хәтерләйем иркә ҡарашыңды,
Һөйәм! тигән сихри һүҙеңде.

Мөхәббәттә уҙған һәр бер көндәр,
Һәр минуттар иҫтә һаман да.
Эх ҡайтырға ине аҙға ғына,
Бергә булып уҙған заманға.
Сынтимер МӨРСӘЛИМОВ

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас