Хәтер
22 Декабря 2021, 06:56

Көй шул уҡ, һүҙҙәре башҡа

Бөгөн И. Сталиндың тыуған көнө икән дә. 143 йәш. Дөрөҫ, уны кемдер икенсе көндә тип әйтә, тик Ринат Низаметдинов Совет энциклопедияһын ҡараным, унда 22-һе тип яҙылған тип, бәхәскә урын ҡалдырмай әйтте.

Көй шул уҡ, һүҙҙәре башҡаКөй шул уҡ, һүҙҙәре башҡа
Көй шул уҡ, һүҙҙәре башҡа
Ринат абзыйға ышанырға була, ул Сталинды атаһылай күргән кеше, йорто торғаны менән ҙур музей (Юшатыр был турала яҙғаны булды), совет осорона бағышланған музей. 
Хәтер митингыһында ветерандар, ололар булды, ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ә. Шәмиғолова, яҙыусы З. Аҡбәров, ҡаланың хәрби-патриотик клубы етәксеһе А.Лапшин, телевидение, поста торған һалдаттар....
Телмәрҙәр булды. Сталинды кемдер Аллалай күрә, кемдер бөтөнләй күрә алмай, нисек булһа ла ул беҙҙең тарих, тип шымартты кемдер. Оло йәштәге бабай сыҡты:
- Мин -беларус, оккупацияла өс йыл булдым, фашистарҙың бөтөн фәхшилеген күрҙем, Рәхмәт КПСС-ҡа, рәхмәт Сталинға, улар дошманды еңде,  илебеҙ өсөн күп эштәр башҡарҙы. Бына әле иҫләйем: һуғыштан һуң бөтөн нәмәгә хаҡ төштө лә төштө, әле тыныс тормошта йәшәйбеҙ, илебеҙ бай, ниңә һәр саҡ хаҡтарҙы күтәрәләр ҙә күтәрәләр ул? 
Был социаль һорау яуапһыҙ ҡалды, Иосиф Виссаринович ниңә икәнен, бәлки, әйтер ине, тере булһа, әле таш йөҙө ҡымшанманы ла. 
Ҡәнәферҙәр һәйкәл төбөнә ятты. Гимн уйнаны. Көйө шул уҡ, Сталин заманында нисек булған шундай уҡ музыка. Тик һәр береһе эстән генә гимндың һүҙҙәрен ошолай башҡарҙы, буғай: 

Союз нерушимый республик свободных
Сплотила навеки Великая Русь.
Да здравствует созданный волей народов,
Единый, могучий Советский Союз!

Сквозь грозы сияло нам солнце свободы,
И Ленин великий нам путь озарил.
Нас вырастил Сталин – на верность народу,
На труд и на подвиги нас вдохновил.
Өҫтән ҡояш ҡыҙҙырһа ла, һыуыҡ көн. Ҡояш нурҙары күҙгә төштө, улары йәшләнде лә китте. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас