

Ишбулды Хәйепҡолай улы Үрге Баба ауылында тыуған һәм ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем шунда йәшәне. Яҡшымбәт урта мәктәбендә белем алғандан һуң (үкенескә урта белем алыу бәхете насип булманы, ғаиләлә баш бала булыуы сәбәпле, уға эш башларға тура килде). Механизатор һөнәрен үҙләштерҙе. Төрлө тракторҙарҙа тырышып эшләне. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, тырыш булды.
Хөкүмәт тә уның эшен лайыҡлы баһаланы. Ул ике орден, бер нисә миҙал, төрлө маҡтау билдәләре, дипломдар, грамоталар менән бүләкләнде. Ул үҙенең эшендә лә, тормошонда ла алдынғы ысулдар ҡулланды. Ул инженер кеүек фекер йөрөтә ине.
Йомшаҡ һүҙле, кешегә мәрхәмәтле, үҙенән фәһем алырлыҡ ауылдың, райондың аҡһаҡалы ине.
Тормош иптәше Роза менән өс балаға ғүмер, матур тәрбиә биреп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Улдары Венер үҙ эшен асты, Эльвира килен менән, балалар үҫтерҙеләр, хәҙер үҙҙәре лә олатай-өләсәй булдылар. Илшат улдары - фермер, Альбина килен менән балалар үҫтереп, матур йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Гөлназ Яҡшымбәт ауылында өлгөлө ғаилә булып, балалар үҫтереп, тырышып йәшәй.
Роза менән Ишбулды туғандары өсөн, терәк-таяныс булдылар. Улар барыһын да яҡты йөҙ, йомшаҡ һүҙ менән ҡаршы алдылар, үҙҙәренә һыйындырҙылар.
"Атҡаҙанған механизатор", "Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре", Көйөргәҙе районының почетлы гражданины исеменә лайыҡ булған мәрхүмдең яҡындарының юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ҡалғандарға иҫәнлек-һаулыҡ, түҙемлек, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең яҡты донъянан китеүенә бөгөн 40 көн булды. Мәрхүмдең йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын. Район етәкселәре генә уны һуңғы юлға оҙатыуҙы онотто.
Ғәзизовтар, Ф. Нарбиковтар, Ф. Ялсығоловтар ғаиләһе. Р. Юлбарисовтар, Хәсәновтар, Маликовтар.