Хәтер
29 Декабря 2021, 11:11

Күптәргә өлгө ине

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Ишбулды Хәйепҡол улы МӨХӘМӘТЙӘНОВтың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә бына 40 көн дә тулды.

Күптәргә өлгө инеКүптәргә өлгө ине
Күптәргә өлгө ине

Ҡәҙерлебеҙ, тормошто ныҡ яратты, матурлыҡты күрә белде. Ул, тормош иптәшенә һөйөклө ир, балаларына изге әтей, ә ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан, оло йөрәкле олатай, кешеләргә яҡты йөҙлө булды. Бик тырыш ине ул, ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул һынатмай, бөтә эште еренә еткереп, намыҫ менән үтәне. Ишбулды Хәйепҡол улының тырыш хеҙмәте "Атҡаҙанған механизатор", "Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" исеме, "Ҡыҙыл Байраҡ" ордены һәм башҡа бик күп миҙал, ордендар, Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән баһаланған. Ул - районыбыҙҙың почетлы гражданины, шулай уҡ 1988 йылда уҙған, 4-се бөтә союз колхозсылар съезы ҡатнашыусыһы ла ине.
Ғүмер юлы күптәргә үрнәк булырлыҡ, яҡыныбыҙ, һәр саҡ асыҡ йөҙлө, кешелекле, ярҙамсыл, оло йөрәкле, түҙемле, нескә күңелле кеше булды.
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр, уны тик яҡты хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ. Яҡын кешебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Беҙ һине юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһың, беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәрһең.
Мәрхүмдең тормош иптәше Роза, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас