Хәтер
6 Января 2022, 07:08

Ауылдың ағинәйе ине...

Бөгөн һөйөклө әнейебеҙ Фәүриә Яҡшығол ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАның яҡты донъяларҙан китеүенә 40 көн тулды.

Ауылдың ағинәйе ине...Ауылдың ағинәйе ине...
Ауылдың ағинәйе ине...

Әнейебеҙ изге, асыҡ күңелле, ярҙамсыл, мөләйем кеше ине.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә әнейебеҙҙең. Аслыҡ, яланғаслыҡ булһа ла Ғәфүрә өләсәйебеҙ ике бөртөк балаһына ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерә. Атай иркәләүен дә әнейемдәргә оҙаҡ татырға тура килмәй, олатайыбыҙ хеҙмәт әрмеһенән ҡайтып, өҙлөгөп вафат була.
Шулай булһа ла әнейебеҙ тырышып алты класс белем алып ҡала, ә Әлемғол абзыйыбыҙ Ялсыҡай ауылында беренсе юғары уҡыу йортон тамамлаған берҙән-бер белгес була.
Әнейебеҙ ун өс йәшенән хеҙмәт юлын башлай, Таймаҫ совхозында төрлө эштәр башҡара. 1957 йылда Лена бүлексәһенә һауынсы булып эшкә төшә һәм 1993 йылда хаҡлы ялға сыға. Нисек кенә ауыр булһа ла тырышып, намыҫлы башҡара ул һәр эшен. Эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн бик күп маҡтау хаттары һәм Почет грамоталары менән дә бүләкләнә.
Уңған, тырыш, сибәр ҡыҙ ошо ауыл егете Хөсәйенов Рәшитте тормош юлдашы итеп һайлай. Татыу ғаиләлә 4 бала донъяға килә. Әнейебеҙ ҡырҡ йылдан ашыу ҡәйнәһе менән татыу йәшәне, ҡәйнәһен хөрмәт итте. Өләсәйебеҙҙе тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатыусы әнейебеҙ булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әнейебеҙгә бала ҡайғыларын да, һөйөклө тормош птәшен юғалтыуҙы ла кисерергә тура килә. Бөгөлдө, ләкин һынманы әнейебеҙ. Балаларын да йыуатырға һүҙҙәр тапты, кәңәштәр бирһә, уларҙы тапҡыр мәҡәлдәр менән тамамлап ҡуя торғайны. Донъя хәлдәре менән дә ҡыҙыҡһынды, "Ағиҙел журналы", "Йәшлек", "Юшатыр" баҫмаларын көтөп алды. Йомшаҡ һүҙле, кешегә мәрхәмәтле, үҙенән фәһем алырлыҡ ауылдың ағинәйе ине ул.
Әней!!! Йөрәктәрҙә әсе ҡыш һалҡыны... Өйҙөң дә йәме юҡ... Яғымлы ҡарашың, "балам" тип өндәшеүең, хуш еҫле, яңы бешкән икмәгең, беҙҙе хәҙер ҡаршы алмаҫ инде....
Ҡәҙерле кешебеҙҙе белгәндәр, беҙҙең менән бергә, тик йылы һүҙҙәр, яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алайыҡ. Әнейебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Һин һәр саҡ йөрәгебеҙҙең иң түрендә, һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә булырһың!
Ғаиләбеҙгә ошо ҙур ҡайғы килгәндә беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Мәрхүмәнең ҡыҙҙары, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас