

Ялсыкай ауылы
Ҡәҙерле атайыбыҙ, һөйөклө тормош иптәшем, олатайыбыҙ Ҡунаҡҡолов Рәйес Рикзә улының беҙҙең аранан китеүенә бөгөн 20 йыл тулды.
Ҡәҙерлебеҙ эшһөйәр, егәрле, тормошто яратыусан, яғымлы кеше ине. Беҙ уны юҡһынабыҙ, күпме ваҡыт үтһә лә, күңелебеҙҙә мәңге һаҡланыр. Атайыбыҙҙың ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын.
,,Оноттолар", - тимә, атай, онотманыҡ
Һәр саҡ һағынып иҫкә алабыҙ!
Ҡайтҡан һайын хәлең белергә тиеп
Ҡәбереңә һинең барабыҙ!
Йәйҙәр үтер, көҙҙәр менән ҡабат
Килер ергә тағы һалҡындар...
Ваҡыт үткәс онотола тиҙәр,
Онотолмай - йәнгә яҡындар...
Һине һағынып тормош иптәшең, балаларың, ейәндәрең һәм ейәнсәрең.