Хәтер
17 Января 2022, 05:14

Уттары йөрәгемдә...

Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре! Мин "Юшатыр" гәзите аша үҙемдең оло ҡайғымды һеҙҙең менән уртаҡлашҡым килде.

Уттары йөрәгемдә...Уттары йөрәгемдә...
Уттары йөрәгемдә...

Әнейем Гөлсирә Саттар ҡыҙы КИЛМӘТОВА 1932 йылдың 1 сентябрендә Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында Бәдриямал менән Саттар ғаиләһендә донъяға килә. Ғаиләлә өс бала үҫә. Өлкәне Минеғаян, икенсеһе минең әнием Гөлсирә, кесеһе Нурулла. Матур ғына тормош көткән ваҡытта, ғаилә башлығы һуғышҡа алына һәм ул кире әйләнеп ҡайтмай.
Минең әнейемә тормоштоң әсеһен-сөсөһөн бик күп күрергә тура килә. 1960 йылда әтейебеҙ Йәүҙәт Минеғәли улы менән таныша. Күп тә осрашып йөрөмәй, гөрләтеп туй яһап ғаилә ҡороп ебәрә йәштәр. Әнейем Тимербай ауылына Минеғәли менән Миңлеғаян Килмәтовтар ғаиләһенә килен булып төшә. Йәштәр ике балаға ғүмер бүләк итә. Беребеҙ ике йәшлек, икенсебеҙ туғыҙ айлыҡ булғанда ғаиләгә ҡара ҡайғы ишек ҡаға, әтейебеҙ 33 йәшендә беҙҙе ҡалдырып, яҡты донъянан китеп бара. Насар ғына бәләкәй өйҙә тороп ҡалдыҡ. Шул ваҡыттан бирле әнейебеҙ беҙгә балаларына ел-ямғыр тейҙермәй, күҙ ҡараһындай һаҡлап, яҡлап үҫтерҙе. Донъя ауырлыҡтарына бөгөлөп төшмәй, беҙҙе уҡытты, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Беҙ ҙә йәтимлекте һиҙмәй үҫтек. Хәҙер һәр беребеҙҙең үҙ тормошо. Үҙебеҙ әней булғас, донъяның нисек икәнен аңланыҡ. Ниндәй оло йөрәкле булған беҙҙең әнейебеҙ! Ҡәҙерле кешебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы Тимербай ауылында бар ауыл эштәрендә лә ҡурҡмайынса эшләне. Ул һауынсы, бәрәс, быҙау ҡараусы, сөгөлдөр үҫтереүсе булды. Һуңынан оло йөрәкле әнейебеҙ Зәк-Ишмәт ауылында бер үҙе донъя көттө. Ҡасан ғына барма, беҙҙе көләс йөҙ менән ҡаршы алды. Тәмле-тәмле аштары менән һыйлап, йомшаҡ һүҙҙәр әйтеп, файҙалы кәңәштәрен биреп ҡала ине. Матур ғына йәшәп ятҡанда, ҡан баҫымы күтәрелеп, инсульт булып йығылды. 2 ай ауырып ятып, беҙҙе ҡалдырып, ҡанаттарыбыҙҙы һындырып, өмөттәребеҙҙе өҙөп яҡты донъянан китеп барҙы. Уны юғалтҡас беҙҙең дә донъя ҡараңғыланғандай булды. Ғәзиз әнейебеҙҙең баҡыйлыҡҡа күсеүенә бөгөн 40 көн тулды.
Ауыр тупрағы еңел, тар ҡәберҙәре киң, гүрҙәре яҡты булһын ҡәҙерлебеҙҙең, беҙ уны һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.
Беҙ һине гел һағынып иҫкә алабыҙ,
Ҡара күҙҙәреңде иҫләп юҡһынабыҙ.
Күҙҙәрең күҙ алдында,
Шул күҙҙәрҙе һағынабыҙ.
Тимербай тауҙарына менәм,
Арыһам ялдар итәм.
Ял иткәндә генә түгел
Һәр саҡ иҫебеҙҙә, әней, булырһың!
Ҡыр ҡаҙҙары йыраҡ осто,
Юғалттым эҙҙәрен дә.
Уттары йөрәгемдә,
Һағышы күҙҙәремдә.
Әнейебеҙзе һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткән Зәк-Ишмәт ауылы халҡына, туғандарға, оло йәштәге әбейҙәргә, күрше Мәрйәм әбейгә, ярҙам күрһәткән фельдшерыбыҙ Регина Фәтҡуллинаға гәзитебеҙ аша оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Гөлниса ТӘЖЕТДИНОВА, Тимербай ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас