Хәтер
25 Января 2022, 07:45

Ышанып булмай...

Беҙҙең ҡәҙерле, тормош һөйөүсән, һәр яҡлап та әүҙем, егәрле, асыҡ күңелле апайыбыҙ Замира Әхмәт ҡыҙы БИКБУЛАТОВА барлыҡ яҡындарын оло ҡайғыларға һалып, ҡапыл ғына яҡты донъяларҙан китеп барҙы.

Ышанып булмай...Ышанып булмай...
Ышанып булмай...

Һөйөклөбөҙҙөң йөҙөнән ихлас йылмайыуы бер ҡасан да китмәне, ул шул тиклем тормош һөйөүсән, изгелекле, ярҙамсыл, туған йәнле булды. Барыһына ла йылы нурҙарын һибеүсе яҡты ҡояшыбыҙ ине ул. Уның арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә һаман ышана алмайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең яҡты йөҙө, изге рухы, йылмайыулы йөҙө мәңге беҙҙең күңелдәрҙә һаҡланыр.
Яҡыныбыҙҙың урыны ожмахта, йәне йәннәттә, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Уның балаларының, туғандарының, барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡтар, түҙемлектәр теләйбеҙ.
Альбина Килмәтова, Земфира hәм Илшат Рыҫҡоловтар, Лилиә һәм Марс Саттаровтар, Зөлфирә менән Раил Сабанчиндар, Мөнирә Солтангәрәева.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас