

Был тетрәткес хәбәрҙе ишетеүе бик аяныс булды.
Замира, күпме әйтелмәгән һүҙҙәрең, яҙылмаған шиғырҙарың, йырланмаған йырҙарың ҡалды... Һинең йөрәк түреңдән сыҡҡан ижадың беҙҙең моңһоу күңелдәрҙә моң булып мәңге һаҡланыр.
Мәрхүмәнең тормош иптәшенең, балаларының, яҡындарының һәм барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ. Замирабыҙҙың йәне йәннәттә, урының ожмахта булһын. Ә беҙ һине онотмабыҙ! Тыныс йоҡла, Замира!
Күҙ йәштәрен һис тә тыйып булмай,
Күңел һыҡрай, йөрәк әрней ҙә.
Ауыр тупрактарың еңел булһын,
Бәхил бул, Ағинәй Замира.
Күмертау ҡалаһының ағинәйҙәр ойошмаһы.