Хәтер
26 Января 2022, 05:46

Яңы ғына булған кеүек

2018 йылда, Өфөгә барып, Илшат ағайға таҡтаташ асҡайныҡ. Бөгөн данлыҡлы яҡташыбыҙҙың юбилей датаһы- иҫтәлекле көн. Таҡтаташ асҡан мәлде иҫкә алдыҡ.

Яңы ғына булған кеүекЯңы ғына булған кеүек
Яңы ғына булған кеүек

"Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә тигәндәй, башҡалала байтаҡ ҡына кешеләр менән осрашырға яҙҙы. Гөлмирә Исмәғилова. Ул үҙе килә һалып, бер туғандай хәс тә, һаулыҡ һорашты, ҡосаҡлап алды. БСТла, театрҙа эшләгән был һылыу Күмертау ҡыҙын белмәгән кеше юҡтыр. Юшатыр менән араны өҙмәй ул, тиҙҙән уның менән матур ғына бер материал эшләрбеҙ.
Алһыу Бәхтиеваға беҙ һеҙҙе яратабыҙ тигәс, ул: Нисек итеп, тип һораны. Атаҡ, нисек яратҡанды бар ғаләм алдында күрһәтә алмайбыҙ, тигән булдыҡ, үҙебеҙ мөхәббәте ҡалайтып белдерергә икән тип баш ватабыҙ. Алһыуыбыҙ "Чихать кеше күреүе" тип яуаплап, беҙҙең һушты алды. Ысынлап, ниңә мөхәббәте йәшерергә, ҡосаҡлаштыҡ уның менән дә. Йәшерен һөйөүөбеҙ юҡ беҙҙең". И. Йомағоловтың туғандары менән дә әңгәмәләшкәйнек, уларҙың фекере, шулай итеп, беҙҙең тарихта яҙылып ҡалды. 

Рәмзиә ХИСАМОВА, ҡатыны:
-Мин уның ҡатыны һәм ике балаһының әсәһе булараҡ түгел, ә уҡыусыһы булараҡ һөйләйем. Беҙ уға 15 йәштә генә уҡырға килдек, 30 йәшлек талапсан булған педагог, мөһабәт кәүҙәле, үҙ театрын, халҡын яратҡан актер, драматург ине. Уҡытҡан уҡыусыларының барыһы ла уға ғашиҡ булдыҡ. Ул беҙгә һәр саҡ идеал булып торҙо. Уҡыусыларында сәнғәткә ҡарата һөйөү уята, мөхәббәт бирә алды. Хәҙер инде ун йыл беҙҙең арала булмаһа ла, уның көслө рухы һәр саҡ беҙҙең менән. Илшат Хәлил улын иҫкә төшөрһәң, уның яҡшы энергияһы беҙгә күсә төҫлө, шул саҡта хатта һинең аҙымдарың да йышая башлай. Таҡтаташ асыуҙа Хөкүмәт тарафынан да, республикабыҙ Башлығы хакимиәтенән дә, театрҙың художество етәксеһе Олег Хановтан, директорыбыҙ Иршат Фәйзуллиндан, коллегаларыбыҙҙан ярҙам бик ҙур булды. Уларҙың был изге эшенә һоҡланам. Уларҙың да йөрәктәре Илшат Йомағоловҡа ауаздаш булып тибеүенә шатланам. Үҙҙәренең күренекле шәхестәрен онотмағандары өсөн яҡташтарына рәхмәт, изге сараға килгәнегеҙ, яҡты иҫтәлеге өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!

Ришат ЙОМАҒОЛОВ, Илшат Йомағоловтың ике туған ҡустыһы (Кинйәабыҙ ауылы):
-Илшат ағай бик ябай, ярҙамсыл, туған йәнле кеше булды. Ул ауылына һирәк ҡайтһа ла, беҙ уның менән йыш осраштыҡ. Ауылға ул бер ваҡытта ла машина менән ҡайтманы. Мин уны кәрәк-ярағына йөрөтә торғайным. Өфөгә барһам, һәр саҡ уларға кереп сәй эсеп сығыр инем. 60 йәшен үткәргәндә лә булдым, ғөмүмән, барлыҡ сараларына ла мине һис шикһеҙ саҡыра торғайны. Эй, ҡорот ашарға яратты ағай, файҙаһы күп уның, ти торғайны. Һарыҡ итен ашамағыҙ, һыйыр йә ҡош-ҡорт итен генә ашар кәрәк, тип һөйләнгәндәре лә ҡолаҡта сыңлай һаман. Үткәндәрҙе иҫкә алып оҙаҡ һөйләшеп ултырырға яратты. Минең әсәйемә ныҡ ярҙам итте, ялға ҡайтҡанында бесән сабышты, бәрәңге уташты. Әсәйем быҙау ҡараусы булып эшләне. Мәскәүгә күргәҙмәгә саҡырҙылар, ул саҡта Илшат ағайҙың Мәскәүҙә уҡыған сағы ине. Әсәйемде илебеҙҙең баш ҡалаһында ла ҡаршы алып, оҙатып ҡуйҙы. Ауылдан ялан аяҡ тигәндәй сығып киткән тырыш яҡташыбыҙ үҙ көсө менән аяҡҡа баҫты.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас