

Әсәйебеҙ изге күңелле, кешелекле ине. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп, күңелдәрен күтәреп ебәрер ине. Һөйөклөбөҙ яҡшы уҡытыусы ла ине, барыһы ла уға тартылдылар, хөрмәт иттеләр. Ул һәр ваҡыт беҙгә терәк-таяныс булды. Әсәйебеҙҙе һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Тормоштоң ауыр мәлдәрендә, ҡәҙерлебеҙ, ҡайтып йыуатһаңсы, төштәребеҙҙә генә булһа ла тигән уйҙар килә башҡа. Беҙҙең әсәйебеҙҙе белеүселәр ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын яҡты хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ. Яҡыныбыҙҙың ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын.
Һүҙһеҙ генә китә беҙҙең яндан,
Күңелгә бик-бик яҡын булғандар...
Мөһим түгел кем ул, ләкин яҡын,
Һөйгән йәрең, дуҫтар, туғандар...
Урын таба алмайһың, әсе йәштән,
Күңелеңдә төйөр ултыра...
Әйтелмәгән һүҙҙәр буран булып,
Йән әрнетеп тулай, ҡотора...
Китәләр шул... Йөрәктәрҙә дөрләп,
Янған уттан күмер ҡалдырып...
Беләһең бит кире ҡайтмаҫлығын,
Тик көтәһең күҙең талдырып...
Йә, Хоҙайым әйтсе!!! Ниңә һуң ауыр?
Сабырлыҡтар һорайым ҡаршыңда...
Буш ҡул менән китеп барһалар ҙа,
Алып киткән кеүек барһын да...
Мәрхүмәнең тормош иптәше, балалары, ейәндәре.