

Ул беҙҙең хәтерҙә асыҡ йөҙлө, алсаҡ, кешеләргә ярҙамсыл булып һаҡлана. Һәр саҡ изгелекле, ихлас булды, барлыҡ туғандарҙы ла оло хөрмәт итер ине.
Беҙҙе ҡайғыларға һалып, мәңгелеккә ташлап, арабыҙҙан китеп барһа ла, ул һәр ваҡыт хәтеребеҙ түрендә. Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә булһын.
Уладары Дамир, Илдар, Рәсим һәм килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре.