

Мәктәп-интернатта балалар уҡытыуға бағышланы тормошон һәм, әлбиттә, ижадҡа. "Юшатыр" гәзитенә гел яҙышып торҙо, һуңыраҡ туҡтаны, ваҡытым тар, китап яҙам тип аңлатты ағайыбыҙ. Һәм яҙҙы ла. «Ер йылыһы», «Саҡрым-саҡрым ғүмер юлдары» исемле китаптары донъя күрҙе, уларынан тыш, беҙгә әллә күпме хикәйә, эсселар ҡалдырып китте. Кисә Исмәғил ағайҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Бәхил бул, урының ожмахта булһын, ағай. Саҡрым-саҡрым үткән ғүмер юлың һинең, исемеңә ярашлы, аҡ булды. Барыһы өсөн рәхмәт.