

Күптән түгел ауыр сир беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ - иң өлкән, яратҡан апайыбыҙ - Фәриә Мысырғәле ҡыҙы Ғарифйәнованы арабыҙҙан алып китте. Күңел быға һис тә ышанмай, һағыш көндән-көн тәрәнәйә генә...
Апайыбыҙ шул тиклем тормошто, кешеләрҙе яратып йәшәне. Бар ғүмерен төҙөлөшкә бағышланы. Күмертау ҡалаһын, Көйөргәҙе районын уның ҡулдары төҙөгән йорттар, мәктәптәр, мәҙәниәт усаҡтары, балалар баҡсалары биҙәп ултыра. Эшендә алдынғы етәксе булды, бригадир вазифаһын башҡарҙы. Коллективындағы эшселәрҙе бер ғаилә итеп берләштерҙе.
Уның хеҙмәте ҡала-районда, республикала юғары баһаланды. Апайыбыҙға Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе тигән маҡтаулы исем бирелде. Фотоһүрәте Почет таҡтаһынан төшмәне.
Туғандары өсөн "икенсе әсәй" булды ул. Барыбыҙҙы бергә туплап, кәңәш-төңәштәрен әйтеп, ихлас ҡунаҡ итеп, беҙгә көс-дәрт биреп торҙо... Бергә йыйылған мәлдәрҙәге уның матур теләктәре, моңло тауышы менән йырлап ебәреүҙәре яҡты иҫтәлек кенә булып ҡалды...
Апай! Оло ғаиләбеҙҙе - бар туғандарҙы, тормош иптәшеңде, ҡыҙыңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде етем ҡалдырып киттең... Ҡояшыбыҙ һүнгәндәй булды... Һағыш баҫты күңелдәрҙе...
Йәнең йәннәттә булһын, апай!..
Көтмәгәндә һүнде ҡояшыбыҙ,
Ҡотһоҙланып ҡалды донъябыҙ...
Әйтелмәгән күпме һүҙең ҡалды,
Йырланмайса ҡалды йырҙарың...
Изге кеше ине тиеп һине
Иҫкә алыр белгән-күргәндәр...
Һинең хаҡта яҡты хәтирәне
Мәңге һаҡлар беҙҙең күңелдәр!..
Өфө ҡалаһында йәшәүсе һеңлеһе Әлфиә КӘРИМОВА һәм уның ғаиләһе.