Хәтер
8 Февраль 2022, 10:51

Сәләм менән М. Солтанов

Заманында Күмертау районының төп ижтимағи-сәйәси матбуғат баҫмаһы булған «Ильич юлы» гәзитендә эшләгән журналист Мостафа Солтановты күптәр яҡшы хәтерләйҙер. 

Сәләм менән М. СолтановСәләм менән М. Солтанов
Сәләм менән М. Солтанов

Ул үткән быуаттың етмешенсе йылдары аҙағында Киров исемендәге хужалыҡ комбайнсылары тураһында яҙып сыҡҡан. Аҙаҡ коллегаһы, йәғни фотохәбәрсе төшөргән фотоны Яҡут ауылы азаматы Мөхәррәм Ялсыҡаевҡа хат аша ебәргән. Фотоның артында шундай һүҙҙәр яҙылған:
«Мөхәррәм! 1978 йыл урағында күрһәткән хеҙмәт батырлығығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым, иҫтәлек булһын өсөн фотоһүрәтегеҙҙе ебәрәм. 7 августа һеҙ бер агрегат менән 1000 центнер иген һуҡтығыҙ.
Сәләм менән М. Солтанов. 1978 йыл».
Был фотола Киров исемендәге хужалыҡтың Яҡут бүлексәһенән алдынғы комбайнсыларҙы күрәһегеҙ, хәҙер улар барыһы ла мәрхүмдәр инде (һулдан уңға): Нуриман Ҡәҙерғолов, Мөхәррәм Ялсыҡаев, Ишбулды Йәнбирҙин, Әкрәм Көҫәпов.
Рәүзилә МӘЗИТОВА, Ялсыҡай ауылы
Фото авторҙың шәхси архивынан

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас