

Уҡып бөткәс тә, 1976 йылда, ошо ауылға күсеп килеп төпләндек. Шулай булһа ла, районыбыҙҙа таныштарыбыҙ етәрлек. Һеҙгә бер тәҡдимем бар ине, беҙҙең район гәзитендә "Иҫке фото эҙҙәренән" тигән рубрика бар, шунда ҡыҙыҡлы, элекке фотолар баҫыла. Йәшләй бында йәшәгәс, унда үҙебеҙҙең таныштарыбыҙҙы күреп, уҡып ҡыуанабыҙ. Беҙҙең районда ла ундай ҡыҙыҡлы, элекке фотоһүрәттәр етәрлектер, шуларҙы баҫһағыҙ, күбеһе таныштарын күреп ҡыуанып, иҫкә алырҙар ине. Һеҙгә, башлап ебәрер өсөн, үҙебеҙҙең Үрге Баба ҡыҙҙарын ебәрәм. Бәлки, кемдер уларҙы таныр.
Динә ХӘСӘНОВА