Хәтер
12 Февраля 2022, 04:10

Февраль һыуығында миләш тәме...

...Шағир һәйкәленә ҡыш көнөндә янып торған тере ҡыҙыл сәскәләр һалыу, йөрәктән сыҡҡан иң изге һүҙҙәрҙе еткереү... Минең бик ныҡ иҫемдә ҡалғаны: 39 градус һыуыҡ тип тормай, бар халыҡтың эркелеп килеүе. Күмәк халыҡ йыйналғанлыҡтан, һыуыҡ һауала аҡ томан тора. Тик берәү ҙә ҡайтып китергә ашыҡманы. Бына бит ул халыҡ һөйөүе, уның шағирға булған хөрмәте! 

Февраль һыуығында миләш тәме...Февраль һыуығында миләш тәме...
Февраль һыуығында миләш тәме...

2012 йылдың февраль айы. Район методик бүлегенән шылтыраталар. Салауат районына Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған республика конференцияһына барырға тәҡдим иттеләр. Мин шатланып риза булдым. Һыуыҡ та, юлдың алыҫ булыуы ла, райондан бер үҙем барырға тейешлек тә ҡурҡытманы мине. Сөнки халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған ерҙәрен бер барып күреү – изге хыялым ине. Тағын да милләтебеҙҙең иң аҫыл улдарының береһе Рәми Ғариповтың да тыуған ерен күреп, уның яҡташтары менән осрашып кайтыу - минең өсөн оло мәртәбә! Мөмкинселектән файҙаланып, бөгөн килеп шул ваҡытта район мәғариф бүлегенең туған телдәр методисы булып эшләгән Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаеваға рәхмәтемде белдерәм... 

...Ҡышҡы миләштәй үҙе татлы ла, үҙе әсе лә ине был хистәр.
Р. Бикбаевтың ошо шиғыр юлдары конференциянан ҡайтып еткәнсе ҡолаҡта сыңлап торҙо.
Был донъянан һинең китеүҙәрең
Йөрәгемде йөҙгә тураны.
Ҡәбереңә май сәскәһе һибеп,
Илай бөгөн февраль бураны.

Ғәзимә АҘНАБАЕВА, Абдул урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Хәтирә тулы көйөнсә үткән йома һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас