

Кисәне гимназиябыҙҙың өлкән тәрбиәсеһе Маһинур Мәсәғүт ҡыҙы Бикбердина, китапханасыбыҙ Илвира Хөрмәт ҡыҙы Аллағолова, 10 –сы кластарҙың тәрбиәсеһе Әминә Минихан ҡыҙы Сәлихова әҙерләне. Был сағыу сараны оҙаҡ йылдар гимназиябыҙҙа йыр дәрестәре, ҡурай-ҡумыҙ түңәрәктәре алып барған, күп йылдар Кинйә Арыҫланов исемендәге фольклор ансамблен етәкләгән Ринат Миңлеғәли улы Хәйбуллин музыкаль яҡтан биҙәне. Ул өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаны һәм, Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған «Сыңрау торна», «Бәхет» йырҙарын башҡарып, тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
«Халҡыбыҙ хазинаһы» тип исемләнгән сарала уҡыусылар Рәми Ғариповтың шиғырҙарын сәхнәләштерҙеләр, халыҡ шағирының ижады буйынса йөкмәткеле документаль фильм ҡаранылар, өс командаға бүленеп, сәмле уйын – викторина ойошторҙолар. Ярыш бик көсөргәнешле уҙҙы. Рәми Ғариповтың әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәргә һүҙ биреп өлгөр генә. Әҙәби кисәгә килеүселәрҙең һәр береһе әҫәрләнеп, әҙиптең шиғырҙарын тасуири һөйләп ишеттерергә теләне.
Сараның башынан аҙағынаса ҡурай моңдары, йыр, шиғыр яңғыраны. Шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙарға барыһы ла ҡушылып йырланы.
Кисә аҙағында жюри ағзаһы тип тәғәйенләнгән гимназия директоры Шайморат Азамат улы Тимербулатов уҡыусыларҙың әҙиптең тормош юлы һәм ижады менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуҙарын хупланы. Балаларҙың ил, туған тел, милләт яҙмышы хаҡындағы шиғырҙарын яттан белеүҙәре бик ҡыуаныслы күренеш тип баһаланы.
«Рәми Ғарипов - ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙып, исемен шиғриәттә, халыҡ күңелендә мәңгелеккә ҡалдырған ижадсы”, – тип һүҙен йомғаҡланы һәм Рәми Ғариповның «Туған тел» шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе. Шулай уҡ жюри ағзаларынан, директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары Рәзилә Ғиниәтулла ҡыҙы Исмәғилева һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Филүзә Рәжәп ҡыҙы Харрасова ла уҡыусыларҙың Рәми Ғариповты яҡын, үҙ кеше итеп күреүҙәрен билдәләнеләр һәм был сараның мәртәбәле, сағыу икәнен, гимназия уҡыусыларының киләсәктә лайыҡлы шәхес булып үҫерҙәренә шик юҡ икәнен белдерҙеләр. Көсөргәнешле ярыштан һуң «Бал ҡорттары» – I, «Аманат» - II, «Бөркөттәр» командаһы III урын яуланы. Командаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Хәтер кисәһендә яңғыраған бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле шиғырҙар, ҡурай моңдары, йырҙар барыһын да берләштерҙе, күңелдәренә рухи байлыҡ өҫтәне.
Наҙгөл ТҮЛӘКОВА, 3- сө БРГИ – ның 10 а класы уҡыусыһы.