+18 °С
Ясно


Кисә улар сара үткәргән. Нимәһе менән был гимназия үҙенсәлекле: бында ике афған ветераны эшләй - Нәзир менән Рәфис абзыйҙары. Ағалары балаларға хәтирә һөйләгән, хәйер, яугирҙәр, һәр ысын һалдат кеүек, һуғыш тураһында һөйләргә яратмай, әйткәндәре бер: булғандың ҡәҙерен белеп, ата-әсәне ҡайғыртмай уҡығыҙ, үҫегеҙ, балалар. Һуғышты берегеҙгә лә күрергә яҙмаһын.