Хәтер
18 Февраль 2022, 04:26

"Афған ере - йөрәк яраһы"

Кисә ауыл хакимиәтҽ, мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ мҽнән бҽрлҽктә Афған һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ мҽнән "Афған ере - йөрәк яраһы" тигән йылы осрашыу булды.

"Афған ере - йөрәк яраһы""Афған ере - йөрәк яраһы"
"Афған ере - йөрәк яраһы"

Был осрашыуға Афғанстанда үҙ хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙ, Көйөргәҙе районы хакимийәтенең социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данил Зиннәт улы Акилов, биләмәбеҙ башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов ҡатнашты. Афған ерендә һәләк булған ауылдаштарыбыҙ, райондаштарыбыҙ иҫкә алынды. Афған һуғышы ветерандарына рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды. Был сара "Хәҙмәт бурыстарын ватандан ситтә башҡарған Рәсәй халҡы тураһында хәтер көнө" һәм "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрҽндә уҙғарылды.Йылы осрашыу уҙҽшмәкәр артистар әҙҽрләгән концҽрт мҽнән тамамланды.

Азат Ғәлиев, Яҡшымбәт мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас