

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, оло ярҙам күрһәткән районыбыҙҙың полиция ветерандары советы рәйесе Фәнир Малбаевҡа, Ҡәҙербаевтар ғаиләһенә, “Элеватор” директоры Анатолий Разводовҡа, элекке АТП-ның водителдәренә, “Ремонтник” директоры Илдар Хәмиҙуллинға, “Башҡортостан” такси водителдәренә, Марат хәҙрәткә, Яҡут ауылы халҡына, Ермолаеволағы шәфҡәт туташы Наталия Ивановаға, Күмертау ҡала ЗАГС-ы хеҙмәткәрҙәренә, барлыҡ туғандарыбыҙға, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, дуҫтарыбыҙға, күршеләребеҙгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең яҡты донъянан китеүенә 25 февралдә 40 көн тула. Ул кешелекле, ярҙамсыл, алсаҡ, тырыш, тормош һөйөүсән булды. Уны белеүселәр, яҡыныбыҙҙы тик яҡты хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ. Яҡын кешебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул беҙҙең йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, ейәндәре һәм яҡын туғандары.