Хәтер
4 Март 2022, 04:12

Онотмабыҙ һине мәңге

Бөгөн ҡәҙерле тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Урал Хөснулла улы ИЛӘКӘЕВтың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 40 көн тулды. 

Онотмабыҙ һине мәңгеОнотмабыҙ һине мәңге
Онотмабыҙ һине мәңге

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, яҡындарыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен.
Ҡәҙерле кешебеҙ изге күңелле, кешелекле ине. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Беҙгә изге кәңәштәрен биреп, терәк-таяныс булып дәрт өҫтәп йәшәне.
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Беҙ һине юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһың. Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, йәндәре йәннәттә булһын.
Онотмабыҙ һине мәңге,
Рухың йәшәр һәр саҡ йөрәктә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып
Беҙҙең күңелдәребеҙ түрендә.
Мәрхүмдең барлыҡ туғандары исеменән тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас