Хәтер
5 Март 2022, 08:49

Иҫкә алыр барыһы

Ошо көндәрҙә, Яҡуп ауылында тыуып, шунда донъя көткән изгеләрҙән-изге ҡәҙерле әсәйебеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Гөлсирә Муса ҡыҙы ЙӘНСӘЙЕТОВАның беҙҙе яҡты донъяларҙан ташлап китеүенә өс йыл булды. 

Иҫкә алыр барыһыИҫкә алыр барыһы
Иҫкә алыр барыһы

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең хәтерҙә мәңге асыҡ йөҙлө, алсаҡ, кешеләргә ярҙамсыл булып һаҡлана. Ул тормошто яратып, әүҙем йәшәне, барлыҡ туғандарҙы ла хөрмәт итер ине. Ғәзиз кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән хәтергә алайыҡ. Ҡәҙерле әсәйебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәт түрҙәрендә булһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙҙә һәм йөрәгебеҙ түрендә һаҡланыр.
Изге кеше булды тип һине,
Иҫкә алыр барыһы.
Һинең хаҡта яҡты хәтирәләр,
Мәңге һаҡланыр беҙҙең йөрәктә.
Мәрхүмәнең балалары һәм туғандары

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас