Линейка үткәрҙеләр, һәйкәленә сәскәләр һалдылар. Тын торҙолар....
Бөгөн 95 йәш тулған булыр ине ағайға, йәл, ошо көндәрҙе үҙе күрә алманы, прогимназия буйлап шаулашып йүгереп йөрөгән балаларҙы күрһә, ҡалай шатланыр ине! Хәйер, күргәндер ул, рухы һиҙгәндер һәм ныҡ ҡыуанғандыр. Исемеңә тап төшөрмәй, тағы ла оҙаҡ итеп йәшәргә-эшләргә ине, ағай. Барыһы өсөн, шул иҫәптән, ошо мәктәп өсөн дә, ҙур рәхмәт.