Хәтер
26 Март 2022, 05:38

Тыныс йоҡла, һалдат

Ауыр мәлдә, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашырға тип, республика башлығы Радий Хәбиров та килде.

Тыныс йоҡла, һалдатТыныс йоҡла, һалдат
Тыныс йоҡла, һалдат

Вице-премьер Ирек Сәғитов менән. Башҡортостан етәкселеге өсөн дә был оло бәлә, йәш малайҙарҙы юғалтыу, үҙен бер ҡасан да белмәгән-күрмәгән кеше булһа ла, әйтеп бирә алмаҫлыҡ фажиғә
- Бындай батыр егетте үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, - тине Радий Фәрит улы, ҡайғынан ҡара янған ата-әсәгә өндәшеп, - тыныс йоҡла, һалдат.
Республика башлығы күп һөйләмәне.
Күмертау башлығы Олег Фроловтың да күҙҙәре моңһоу:
- Беҙҙең болдорҙа, күҙ алдында үҫкән егет, йәл, бигерәк йәл...
Александр уҡыған 1 мәктәп, колледж директорҙары ла өндәшмәй ҡала алманы, дөрөҫ, уларҙың да һүҙе ҡыҫҡа ине:
- Бик позитив, күңелле егет булды....
Хәрбиҙәр һүҙ алды, уларҙың да әйтере күп түгел:
- Ғәфү ит, һаҡлап ҡала алманыҡ...
Бындай осраҡта әйтер һүҙҙәр табыуы ауыр шул: беҙҙең дә һүҙ ҡыҫҡа: урының ожмахта булһын, Саша. Был донъяла күреп өлгөрмәгән шатлыҡтарҙы баҡыйлыҡта күрергә яҙһын. Бәхил бул.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас