"Күмертауға эшкә килгәс, башҡорттар бик әҙ, тинеләр. Шулай ҙа, Башҡорт халыҡ театры эшләне. Ынйы бөртөгөндәй сүпләп, артистар табып, 22 йыл режиссер булып эшләнем. Ошо спектаклдәр менән Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка районы башҡорт ауылдарына гастролдәр ойошторҙоҡ. Клубтарҙа һыйыш та булмай ине, халыҡ театрҙы бик ныҡ ярата шул. Төрлө театр смотрҙарында республикала һәр ваҡыт алдынғы булдыҡ. Күпме Почет грамоталары, Дипломдар алдыҡ. Нефтекамск, Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, башҡорт телевидениеһында ла сығыш яһаныҡ. Минең артистарым профессиональ артистар кеүек уйнай ине. Театрҙа йөҙгә яҡын кеше, уның араһында йырсылар, бейеүселәр, музыканттар, барыһы ла театрҙан артмай ине. Ошо коллективты таратмай республика буйлап йөрөгәндә, Күмертау ҡалаһы етәкселәренә ҙур рәхмәтемде белдергем килә, транспорт бер һүҙһеҙ бирәләр ине. Артистарым ниндәй ине бит! Бәлки, һеҙҙең арҡала һаман да йәшәйемдер мин..."
Әлфиә РӘЖӘПОВА, 3-сө БРГИ-ның башҡорт теле, мәҙәниәте уҡытыусыһы.
Шәмсиә апай тураһында ҙур мәҡәлә үткән һандарҙың береһендә гәзиттә баҫылды.