Хәтер
29 Марта 2022, 05:04

Беҙ һине юҡһынабыҙ

Бөгөн ҡәҙерле әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Зәкиә Нурғәли ҡыҙы РАМАҘАНОВАның, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 1 йыл. 

Беҙ һине юҡһынабыҙБеҙ һине юҡһынабыҙ
Беҙ һине юҡһынабыҙ

Әсәйебеҙ изге күңелле, кешелекле ине. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп, күңелдәрен күтәреп ебәрер ине. Һөйөклөбөҙ яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, барыбыҙға ла терәк-таяныс булды. Ҡәҙерлебеҙҙе һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Тормоштоң ауыр мәлдәрендә, әсәйебеҙ, ҡайтып йыуатһаңсы, төштәребеҙҙә генә булһа ла тигән уйҙар килә башҡа.
Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын тик яҡты хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Беҙ һине юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһың. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын. Ул мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Ҡаршы алып, оҙатып ҡалғаның.
Юҡ, онотолмай, һаман һағындыра,
Әсәйебеҙҙең нурлы йөҙҙәре.
Мәрхүмәнең барлыҡ балалары, килендәре, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас