Хәтер
1 Апреля 2022, 11:18

"Һағынғанда, балам, күккә ҡара"

Бөгөн шундай ҡояшлы матур көн булды. Етмәһә көлкө көнө. 

"Һағынғанда, балам, күккә ҡара""Һағынғанда, балам, күккә ҡара"
"Һағынғанда, балам, күккә ҡара"

Ҡасандыр 1 апрель көнөн көтөп ала инем, сөнки был көндө ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешем - әнейем Зөлфиә Әхтәм ҡыҙы Кинйәбаева тыуған көнөн билдәләй ине. Бына инде 14 йыл был көндө шаярып көлгө лә килмәй. Ҡолаҡта тик Ф. Зарипованың йырындағы "Һағынғанда, балам, күккә ҡара яҡты ҡояш булып балҡырмын..." тигән һүҙҙәр яңғырай. Тормошоноң һуңғы йылдарында ул Таймаҫ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне. Эшем тип янып йөрөнө, ауырып киткән көнөндә лә асыҡ дәрес үткәреү өсөн әҙерлек эштәрен алып бара ине. Ҡәҙерле кешемде белгәндәр, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡсы мәрхүмәне.
Ҡыҙы Гөлназ ДЕМЕНТЬЕВА. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас