Хәтер
8 Апреля 2022, 07:56

Ҡалғандары иҫән-һау булһын

Байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар етәрлек, шулар араһында балалары һуғыш ҡырында ятып ҡалған әсәйҙәр ҙә бар. Мәүлиҙә Мәҡсүтова һәм Сәриә Нуриеваларҙы районыбыҙҙа белмәгәндәр һирәктер. Уларҙың икеһенең дә ҡайғылары уртаҡ, һуғыштан үлеп ҡайтҡан балалары, йөрәктәрендә уңалмаҫ яра булып ғүмерлеккә һаҡлана.

Ҡалғандары иҫән-һау булһынҠалғандары иҫән-һау булһын
Ҡалғандары иҫән-һау булһын

Инәйҙәрҙең хәл-әхүәлдәрен һорашырға тип яҡынлаштыҡ. Халыҡ дауалаусыһы, беҙҙең яҡтарҙа киң билдәле Мәүлиҙә апайыбыҙ:
- Балам, берәй ерең ауырта мәллә?- тип һорай һалды.
-Иң мөһиме ҡалған балаларыбыҙ иҫән-һау булһындар, илдәребеҙ тыныс торһон. Инәйҙәрҙең әйтер һүҙҙәре, теләктәре шулайыраҡ яңғырай.
Бөгөнгө көндә, уларҙың, береһенең 3, икенсеһенең 4 балаһы иҫән-һау, матур ғаилә ҡороп йәшәп яталар. Амин шулай ғына булһын, Аллаһы Тәғәлә һеҙгә бүтән бындай ауыр һынауҙар ебәрмәһен, насар хәбәрҙәр ишеттермәһен.

Ҡалғандары иҫән-һау булһын
Ҡалғандары иҫән-һау булһын
Автор:
Читайте нас