Хәтер
16 Апрель 2022, 06:17

“Юҡһынабыҙ”

Салауат Бикмаев, баш судъя: 

“Юҡһынабыҙ”“Юҡһынабыҙ”
“Юҡһынабыҙ”

- Иршат Исмәғилев минең тренерым булды. Уның менән беренсе тапҡыр 1998 йылдың июль айында, Мәләүез районында барған республика йәштәр йыйынында таныштыҡ. Ул саҡта көрәш майҙанында мин 3-сө урын яулағайным. Яныма килде лә: “Салауат, һин Көйөргәҙе районынан булаһың икән. Беҙҙең район өсөн тағы бер көрәшсе егет булды тине”. Ул саҡта мин Өфөлә БДАУ-ҙың 4-се курсында уҡып йөрөй инем. Ошо осорҙан беҙ танышып киттек һәм ул 7-8 кешенән торған команда туплап, үҙенең шәхси машинаһында беҙҙе төрлө ярыштарға йөрөтә башланы. Беҙ, ул ваҡыттағы көрәшселәр, Иршат ағай менән бик бәхетле инек, һөҙөмтәләребеҙ ҙә һәр саҡ яҡшы булды. Ошо бәхетле саҡтар өсөн Иршат Ибраһим улына һаман булһа рәхмәтлебеҙ.
Быйыл, районыбыҙҙа Рәсәй чемпионы иҫтәлегенә арнап, 17-се тапҡыр асыҡ турнир үткәрҙек. Үҙем дә был турнирҙы көтөп алам һәм үткәреүҙә ҡыуанып ҡатнашам, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә лә тырышам. Был иҫтәлелк сарала 17-се тапҡыр баш судья ролен башҡарҙым. Был минең өсөн ҙур мәртәбә. Үҙем дә спорт мастеры, 12 йыл рәттән районыбыҙ һабантуйында үткән көрәштәрҙә ҡатнашып, биш тапҡыр абсолют чемпионы булдым. Шулай уҡ 5 тапҡыр республикабыҙ чемпионы ла булыуға ирештем. Был еңеүҙәрҙең барыһында ла Иршат ағай мәрхүмдең көсө ҙур.
Спорт мастеры, “БР-ҙың иң яҡшы тренеры – 2001” булған яҡташыбыҙ ни бары 48 йәшендә генә арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Йәл. Уның менән дүрт йыл ғына таныш булып өлгөрҙөм, ә шулай ҙа унан күп нимәгә өйрәндем. Иршат ағайҙы юғалтҡас бик ауыр булды. Йыш ҡына уны иҫләп, юҡһынып, кәңәштәренә һыуһап киткән саҡтар ҙа була. Халҡыбыҙ өсөн башҡарған эштәре, уның рухы мәңге беҙҙең хәтерҙә һаҡланасаҡ.

Турнир хаҡында материал йома һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас