Хәтер
17 Апрель 2022, 03:51

Беҙ күргәнде күрергә яҙмаһын

Сәриә НУРИЕВА, Илкәнәй ауылы: 

Беҙ күргәнде күрергә яҙмаһынБеҙ күргәнде күрергә яҙмаһын
Беҙ күргәнде күрергә яҙмаһын

- Үткән аҙнала Ермолаево ауылында үткән сара бик оҡшаны. Байрам ваҡытында һәр сығыш яһаусының йөрәккә инеп үтәрлек телмәрҙәрен тыңлап күҙ йәштәремде тыя алмай ултырҙым һәм үҙемдең әйтәһе һүҙҙәремде әйтә алмай ҡайттым. Үҙемә ныҡ уңайһыҙ булды, һәм ошо һүҙҙәремде мин яратҡан “Юшатыр” гәзитем аша еткерергә булдым. Сараны ойоштороусыларҙың барыһына ла йөрәгем түренән сикһеҙ рәхмәттәремде белдерәм. Балалары яу ҡырында ятып ҡалған ата-әсәләрҙе онотмай, һәр саҡ хәл белешеп торғандары, уларҙың иғтибарҙары өсөн районыбыҙ етәкселәренә ҙур рәхмәт. “Юшатыр” гәзите редакторы Малик Ильясовтың да һүҙҙәре йөрәккә үтеп инде, һәр ваҡыттағыса әйткән һүҙҙәре хаҡ. Мине был сараға алып барып, йөрөтөп алып ҡайтҡан Илкәнәй ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәренә, унда мине ҡарап йөрөтөүсе (операциянан сыҡтым) районыбыҙ ағинәйе Тамара Малбаеваға ла оло рәхмәттәремде еткерәм. Барыһына ла именлек, сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар теләйем. Беҙ күргән оло ҡайғыларҙы берәүгә лә күрергә яҙмаһын. Бәхетле тормошта, ҡыуанып ҡына йәшәргә яҙһын һеҙҙең барығыҙға ла.

Был сара тураһында тулыраҡ йома һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас