Марина Сычева, БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе:
- Юлай Ильясов менән, ул беҙҙең министрлыҡ менән идара иткән ваҡытта, эшләү бәхете тейҙе. Юлай Талха улы бик талапсан, көслө, үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған етәксе, эштә һәр саҡ ниндәйҙер яңылыҡ индерегә тырышты, бер урында тапанғанды ене һөймәне. Әле Ер һәм милек министрлығынан коллегалар Ю. Ильясовтың беҙҙең районға килгәнен ишеткәс тә шылтыраталар, ҡалай һеҙгә шәп етәксе килә тиҙәр. Көнләшәләр.
Евгения БОЧАРНИКОВА, 1-се һанлы Ермолаево урта мәктәбе уҡытыусыһы:
- Ул йәштәр комитетында эшләгән саҡта был өлкәлә ныҡлы алға китеш булды, комитет тарафынан беҙгә күп финанс ярҙамы күрһәтелде. Ул ваҡытта һәләтле балалар өсөн гранттар алдыҡ. Шулай уҡ күп Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, кубоктар менән бүләкләндек.
Юлай Талха улы йәштәр эштәре буйынса беҙҙең Көйөргәҙе районында ла булды. Уның хаҡындағы тәьҫораттарым бары тик ыңғай ғына. Ул - бик тә ғәҙел, кешеләргә иғтибарлы етәксе. Яңы эшендә уңыштар теләйем.