

Был фотоларҙа 1986 йылдың март айында колхоз идараһы - мәҙәниәт һарайы алдында уҙғарылған "Ҡышты оҙатыу" байрамынан күренештәр.
Һулдан уңға: Абдуллина Әлфиә, Исхаҡов Мәҡсүт, Бикмаева Әнисә, Мостафина Зөлфиә, Бикмаева Миңһылыу, Ғәлиев Йәүҙәт, Искәндәров Тимерхан, Ғәлиев Ғәлйән, Вахитов Рифат, Бикмаева Линиза машина борты "сәхнәһендә" йыр башҡаралар.
Икенсе фотола һулдан уңға: партком секретары Вахитов Рифат, учетчик Әлимбәков Азат, механизатор Вәлитов Фәнил, почтальон Хазиев Нуретдин, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Буранғолова Рәмилә, Бикмаева Рәмзиә һәм бер төркөм механизаторҙар: һулдан икенсе Мирасов Ғәҙенән, Исхаҡов Фәнис, Абдуллин Әҡсән, Хәлитов Ғәли, Байрамғолов Мөнир, Мирасов Миңлеғәли, Дәминов, Бикмаев Миңлеғәли, Искәндәров Сәмерхан.
Рифат ВАХИТОВ, Күмертау ҡалаһы