Шулай һәүетемсә генә, ашыҡмай баҫып йөрөп ята. Роспортебнадзор яғына ҡарап үтә (элек эшләгән урыны), беҙгә лә һуғылғылай.
- Бөгөн Ленин бабайҙы ҡотланыҡ.
Бәрәкәт, йүгереп йөрөп, ниндәй датаны онотҡанбыҙ. В.И. Ульяновтың тыуған көнө лә баһа.
- Нисек ҡотланығыҙ?
- Һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ.
Элегерәк беҙгә, гәзиткә лә, өндәшә торғайнылар, быйыл әйтмәнеләр ниңәлер, йөҙөбөҙгә коммунизмға бик ышанмайым тигән яҙыу сығамы - байрам кәйефен боҙоп тормаһын тигәндәрҙер.
Рафаил Әхәт улы бер аҙ көрһөнөп алды:
- Ҡалала коммунистар кәмегән.
Ҡушылып беҙ ҙә көрһөндөк, нимә генә тимә, улар заманында насар йәшәмәнек. Колбаса булманы тигән булалар, эш колбасала ғынамы ни?
... Тыуған көнөң менән, Ильич!