

Үткән үткән инде, алға ҡара,
Үтер юлды матур үтәйек.
Ғүмерҙәрҙе һүнмәҫ йыр итәйек,
Үкенмәҫлек итеп йәшәйек.
Ошолай тип йырлана йырҙарҙа, ләкин нисек кенә тырышып, үкенмәҫлек итеп йәшәһәң дә, мин риза, йәшәрен йәшәнем, ашарын ашаным - тип, яҡты донъяларҙан үкенесһеҙ генә китеп булмайҙыр. Тик донъяла йәшәгән һәр тере йәндең фани донъялар менән хушлашыу өсөн үҙ мәле була, кемдер һуңыраҡ, кемдер ҡыҙғанысҡа, иртәрәк китеп бара.
Абзыйыбыҙ 1952 йылдың 25 апрелендә, Таймаҫ ауылында, Фәтих һәм Мәрйәм Ҡобағошовтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Әсәйебеҙ Фауат абзыйыбыҙҙы гел яҡшы яҡтан иҫкә алып, уның бала сағын һөйләргә яратты.
- Бәләкәс кенә ваҡыттан уҡ, Фауат улым, малай булыуына ҡарамаҫтан, яғымлы, һөйкөмлө бала икәне күренеп торҙо. Хатта илағанда ла яр һалып иламаны, нескә күңелле булды. Үҙем ул ваҡытта конторала бухгалтер булып эшләнем. Олатаһы менән өләсәһенең ваҡыттары булмаған саҡта контораға алып барып, күрше өҫтәлгә һала инем. Шунда ятып, һөйләнә-һөйләнә йоҡоғо талыр ине. Унан Ғимран олатаһы килеп етә лә: "Әйҙә улым, ҡайтайыҡ, әнейеңә ҡамасауламайыҡ,"- тип алып ҡайтып китә ине. Ул үҫә төшкәс, Гүзәл ҡыҙыбыҙ (мин инде) донъяға килде. Фауаттың теле асыла башлаған саҡ. "Үсәл, Үсәл, ин ҡый кесеме? (Гүзәл, Гүзәл, һин ҡыҙ кешеме?)"- тип ярата торғайны һеңлеһен. Ысын абзый булып, һылыуына терәк-таяныс булды ул, гел етәкләшеп кенә йөрөп, татыу булып үҫтеләр. Һуңынан, бер-бер артлы туғандары Факил, Флюр, Фәриә һәм Фәйез донъяға килде. Фауат менән Гүзәл уларҙы ла алмашлап ҡарап, үҫтерештеләр.
Башланғыс класта Фауатты Сәбилә Мәһәҙи ҡыҙы уҡытты: "Аҡыллы, инсафлы бала,"- тип маҡтай торғайны. 7-се кластан Өфө ҡалаһының 1-се һанлы интернат мәктәбендә уҡыны. Уның менән бергә, баш ҡалала ауылдан байтаҡ балалар уҡыны. Мәҡсүтова Рәдифә, Юлдыбаева Зәриә, Ҡобағошов Айрат, Яйҡаров Альберт, Аҡһаров Малик һәм тағы бик күп балалар белем алды ул мәктәптә.
Ғүмер юлын лайыҡлы үткән, атай-әсәйенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәгән Фауат абзыйыбыҙға 25 апрель 70 йәш тулған булыр ине. Абзыйыбыҙҙан һуң оҙаҡ тормай, әсәйебеҙ ҙә баҡыйлыҡҡа күсте....
Гүзәл Усманова-Ҡобағошова, Яңы Таймаҫ ауылы (Өфө ҡалаһы).
Гүзәл Фатих ҡыҙының хаты тулы килеш йома һанында баҫылды.