Хәтер
26 Апрель 2022, 11:51

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Ошо көндәрҙә минең ҡәҙерле улым, Альберт Шәүкәт улы НУРИЕВтың Ватан алдында үҙ бурысын намыҫ менән үтәгәндә һәләк булыуына 27 йыл да була.

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
Ҡәҙерлебеҙ шул тиклем аҡыллы, тәртипле, тыныс һәм йомшаҡ күңелле бала булды. Атаһының һөнәрен дауам итергә хыялланып, уҡытыусы һөнәрен һайлап, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға ингән ине. 1993 йылдың 25 декабрендә әрме сафтарына саҡырылды. Сәскәләр ярата ине, әрмегә китер алдынан күп йыллыҡ астралар ултыртып, шуны беҙгә ҡарарға ҡушып китте. Сәскәләр үҫте, тик Альбертыбыҙ йәрәхәт алған көндә, үҫеп ултырған сәскәләр һулып төштө лә ҡуйҙылар. Тап ошо көндә мин улымдың йәрәхәтләнеүе тураһында хәбәр алдым.
Балам, һинең беҙҙең аранан китеүеңә ышаныуы ауыр булды. Һинең беҙгә яғымлы итеп ҡарауың әле булһа ла күҙ алдында. Изге йәнле, ярҙамсыл, туған йәнле, алсаҡ йөҙлө ғәзиз кешбеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Күпме генә ваҡыт үтһә лә, һин беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланырһың. Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмдең әнейе Сәриә Нуриева
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас