Хәтер
28 Апреля 2022, 06:10

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

2021 йылдың сыуаҡ апрель айында бөтә туғандарын һәм дуҫтарын, беҙ - ата-әсәләрен оло ҡайғыға һалып 42 йәшендә генә ҡыҙыбыҙ Светлана Хәйбулла ҡыҙы ШӘРИПОВА яҡты донъянан китеп барҙы.  

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Һәр ваҡыт йылмайып ҡына торған, шундай ихлас, киң күңелле, туған йәнле Светлананың беҙҙе ташлап китеүе аяҙ көндө йәшен атҡандай бигерәк тә ауыр булды.
Ни эшләмәк кәрәк, Хоҙай шулай ҡушып, тәҡдиренә яҙылғас, нисек кенә ауыр булмаһын, сабыр итергә тура килә инде.
Бына тағы шаулап-гөрләп яҡты яҙ ҙа килеп етте. Тормош дауам итә. Тик эргәбеҙҙә бөтәбеҙ ҙә яратҡан, хөрмәт иткән Светланабыҙҙы ғүмер гөлөнөң сәскә атҡан ғына мәлендә, йәшләй генә юғалтыу яралары ғына төҙәлмәй шул, ни хәл итәһең, тормош ҡануны шундай бит, беребеҙ ҙә был донъяға мәңгелеккә килмәгәнбеҙ.
Хөрмәтле туғандар, ағай-эне, дуҫтар, Светлананың класташтары!
28 апрелдә ҡәҙерлебеҙҙең гүр эйәһе булыуына 1 йыл тулды. Былтыр изге Рамаҙан айында беҙҙе ташлап киткәйне, быйыл да Рамаҙан айы бөтөп килгәндә туғандар, дуҫтарҙы йыйып, ҡәҙерлебеҙҙең йылында ҡөрьән уҡытып, ифтар үткәрәбеҙ.
Хөрмәтле дуҫтар, Светлананың класташтары, бөтәгеҙ ҙә мәрхүм балаҡайыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алһағыҙ ине! Аллаһы Тәғәлә беребеҙгә лә бала ҡайғыһы бирмәһен инде!
Светлананың әсәһе Мәрүәр, атаһы Филсун, һылыуы Юлиә менән кейәүе һәм ҡыҙҙары Диана.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас