Хәтер
29 Апреля 2022, 04:11

Милләтебеҙҙең аҫыл аҡһаҡалы ине...

Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ ҒАЙСИН ИЛГИЗ СӨЛӘЙМӘН улы, беҙҙе ауыр ҡайғыға һалып, 28 апрель көндө яҡты донъянан китте.

Милләтебеҙҙең аҫыл аҡһаҡалы ине...Милләтебеҙҙең аҫыл аҡһаҡалы ине...
Милләтебеҙҙең аҫыл аҡһаҡалы ине...

Яратҡаныбыҙ милләтебеҙҙең аҫыл аҡһаҡалдарының береһе ине. Бар тормошон хеҙмәткә бағышлап, ул һуңғы көндәренә тиклем илем, ерем тип янып торҙо. Илебеҙҙе һуғыштан һуң аяҡҡа баҫтырған эшселәребеҙҙең береһе ине. Күпме иген үҫтереп, күпме халыҡты икмәк менән тәьмин итте ул! Был хаҡта бихисап рәхмәт хаттары, грамота, ордендар ғына һөйләй бөгөн. Ауылдаштары, райондаштары араһында ҙур абруй яулап, Көйөргәҙе районының почетлы гражданины исеме бирелде уға. Күп йылдар Абдул ауылы старостаһы вазифаһында мөһим мәсьәләләрҙе эш итте. Йәше арыу тип тормай, республика етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, ауыл йәштәре өсөн шарттар булдырыуҙы һорай ине ул. "Минең ҙур теләгем - ауыл һүнмәһен, йәшәүен дауам итһен" - тип әйтер ине.
Ныҡлы терәге, тормош иптәше Шәмсеҡәмәр Хисаметдин ҡыҙының баҡыйлыҡҡа китеүенә ни бары бер айҙан бер йыл булыр ине. Ауыр юғалтыуын кисерә алмай, атайыбыҙ ҙа Изге Рамаҙан айының һуңғы көндәрендә мәңгелеккә күсте. Әсәйебеҙ менән атайыбыҙҙың тормош юлы беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Уларҙың тормош, хеҙмәт юлы хаҡында китаптар яҙырлыҡ! Атай һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә көслө рухлы, тура һүҙле, баһадир кәүҙәле бәһлеүән булып ҡаласаҡ. Әсәйебеҙ менән яратып һалған йорттарының усағын һүндермәҫбеҙ.
Барлыҡ балалары, кейәү-килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас