Все новости
Хәтер
1 Мая 2022, 10:04

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булған Миннур Фәйзулла ҡыҙы ИБРАҺИМОВАның баҡыйлыҡҡа күсеүенә 1 майҙа 2 йыл тула. 

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Ғәзиз кешебеҙ ураҙа айының изге йома иртәһендә уйламағанда китеп барҙы. Киң күңелле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, ғүмеренең һуңғы кҡндәренә тиклем балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итеп, шунан ҡәнәғәт алып йәшәүсе, оло йөрәкле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ!
Мәрхүмәбеҙҙең урындары йәннәттә булып, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине. Ҡәҙерле апайыбыҙҙы, әнәйебеҙҙе, өләсәйебеҙҙе бер ваҡытта ла онотмабыҙ.
Китмәҫ кеүек тойолһа ла
Әңкәйҙәр китә икән...
Беҙҙе яратҡан йылы ҡулдар
Бер көн һыуына икән...
Һине һөйөп баҡҡан күҙҙәр
Бер көн йомола икән.
Килмәҫ тип уйламағыҙ,
Ул көндәр килә икән...
Һине һағынып һылыуың Фәниә, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүлә-бүләсәрҙәрең исеменән ҡыҙҙарың Флүрә менән Гөлсирә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: