Хәтер
6 Май 2022, 05:47

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Ҡәҙерле әнейебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем Тәлиғә Варис ҡыҙы ҒӘЛИЕВАның 6 май көнө баҡыйлыҡҡа күсеүенә 15 йыл тулды.

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Бик күп йылдар үтте,
Япраҡ ярҙы тағы ҡайындар.
Йөрәктәрҙе өҙөп, һыҡратып,
Ҡуҙғалдылар кире яралар.
Барлыҡ туғандарҙы, дуҫ-иштәрҙе,
Әйҙәләнең бөгөн табынға.
Көтмәгәндә килеп керерһең дә,
Йылмайырһың кеүек тойола.
Ер-ананың ҡуйынында ятаһың һин,
Мамыҡ кеүек булһын ҡара ер.
Тыныс ҡына ят һин, һис рәнйемә,
Ожмах ҡошы ғына бул!
Изге йәнле, ярҙамсыл, туған йәнле, алсаҡ йөҙлө яҡын кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Күпме генә ваҡыт үтһә лә, ҡәҙерлебеҙ беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Беҙ һине ныҡ итеп һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Ятҡан урындарың яйлы, тар ҡәберҙәрең киң, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын.
Мәрхүмәнең тормош иптәше, балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас