Все новости
Хәтер
8 Мая 2022, 08:28

“Ауыл менəн бер йəштə мин...”

93 йəшлек хеҙмəт ветераны Нажия Шəйхелислам ҡыҙы Мəһəҙиева менəн əңгəмə ҡороп, һөйлəшеп ултырҙыҡ

“Ауыл менəн бер йəштə мин...”
“Ауыл менəн бер йəштə мин...”

Ул миңə үҙенең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгəн бала сағы, тормош юлы тураһында һөйлəне. “Шəбағыш ауылы менəн бер йəштə мин: 1928 йылда тыуғанмын”, - ти Нажия апай. Нажия Шəйхелислам ҡыҙының иҫтəлектəрен тыңланым. Уның хəтере яҡшы. Туған илебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы хəл ителгəн йылдарҙа, ҙур һынауҙар ваҡытында нимəлəр кисергəндəрен, күргəндəрен ашыҡмай ғына һөйлəне. Нажия апайҙың иҫтəлектəре, уй-фекерҙəре беҙҙең өсөн ҙур дəрес, оло һабаҡ.
“Əтейҙəрҙең һуғышҡа киткəнен яҡшы хəтерлəйем. Улар ике ат егеп, ете кеше киттелəр. Беҙ ҡапҡа төбөндə илашып баҫып ҡалдыҡ. 1941 йылдың 27-се август көнө ана шулай иҫтə ҡалды. Һуғыш ваҡытында ауырлыҡтар күреп йəшəнек. Əтей һуғышҡа алынғанда алты бала инек. Əнейем йөклө булып ҡалды. Ошо балаларҙы аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Мин иң өлкəне инем. Бөтөн ауырлыҡ, бөтөн эш əней менəн икебеҙҙең елкəгə төштө. Тəүге йылда ашау һəйбəт, өҫтөбөҙ бөтөн булды, унан өҙлөгə башланыҡ. Әйберҙəрҙе һатырға тура килде.

Илшат НƏЖМИЕВ, Шəбағыш ауылы

Материал тулы килеш гәзиттә үткән һанда баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: