Все новости
Хәтер
8 Мая 2022, 09:04

Миҙалдары үҙҙəре таба

Əтейебеҙ, Əмин Сəхиулла улы Кинйəғолов, Үрге Бабалар ауылында тыуып-үҫеп, һуғыштың тəүге йылында уҡ фронтҡа китə.

Миҙалдары үҙҙəре таба
Миҙалдары үҙҙəре таба

1942 йылда Калинин өлкəһендə барған алышта үҙенең ҡаһарманлығын күрһəтə, бер алышта ла үҙен һынатмай. Тик дошман пуляһынан йəрəхəтлəнə. Ике ай Мəскəүҙə госпиталдə ятҡас, яңынан фронтҡа китə. Пехота полкында рядовой булып, күп кенə ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡандан һуң, шəхси ҡаһарманлыҡ күрһəткəн өсөн отделение командиры итеп тəғəйенлəйҙəр. Калинин өлкəһендəге Ржев ҡалаһы өсөн һуғышта командование һөжүмде яҡшы əҙерлек менəн ойоштора, шул төндө əтейебеҙ отделениеһы менəн бергə алғы сафта бара. Уның взводы Ржевта бер рота немецтарҙы əсиргə ала...

Нисə тапҡыр инде Еңеү килде
Əтейһеҙ генə был ергə.
Иҫтəлеккə хəҙер тороп ҡалды
Орден миҙалдары ғүмергə.
Егерме лə йəшлек егет кенə
Күпте күргəн ошо тормошта.
Яраланған зəғиф аяғы менəн
Еңеп ҡайтты ҡаты һуғыштан.
Яҡынлаша тағы Еңеү көнө,
Тик күрмəйһең, əтей, һин уны.
Тыныс йоҡла! Үҙең яулап алған
Ерҙең булһын йылы ҡуйыны!

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны балалары Əхтəм, Насир, Фəүзиə. 

Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: