Все новости
Хәтер
10 Мая 2022, 09:29

Сəлəм медицина йортонан!

Ҡəҙерле күргəн əнкəй һəм туғандарым, шул уҡ дуҫ иштəрем, күрше тирə-яҡтарым, күҙ күргəндəрем. Мин һеҙгə үҙемдең күптəндəн бирле йыйылып килгəн күп һағынышлы сəлəмдəремде юллайым. 

Сəлəм медицина йортонан!
Сəлəм медицина йортонан!

Мин Польшаның бер ҙур ғына ҡалаһында, ул Германия границаһынан йыраҡ түгел. Бында поляктар йəшəй. Төрлөһө төрлөсə көн күрəлəр. Бар байҙары, боярҙары һəм башҡалары - малай тотоп кеше көнөнəн көн күргəндəре, бар йыуан ҡорһаҡларҙа хеҙмəт итеп көнө-төнө эшлəп тамағы икмəккə туймай йөрөгəндəре. Бында, йəғни Польшала, күрмəҫһең бер ниндəй техника тигəн нимəне. Ауыл хужалығында комбайн, трактор тигəн машиналарын күргəндəре лə юҡ, комбайын тигəн һүҙҙе лə белмəйҙəр "Что такое?"- тиҙəр. Ерҙе һөрəлəр һуҡа менəн, сəсəлəр ҡул менəн, ураҡ менəн уралар. Шулай итеп бында беҙҙең əүəлге тормош хəлдəре дауам итə. Бына шулай Польша хəлдəре. Кемдең аҡсаһы күп шул пан (поляктар иптəште пан тип атай)... 

...Əгəр минең хатты алһағыҙ, яҙығыҙ əле күберəк хат. Береһен алмаһам береһен алырмын, бəлки. Əгəр, мөмкин булһа, сəлəм əйтегеҙ бөтə булған туғандарыма һəм дуҫ иштəремə. Əгəр уларҙан хат алған булһам, бөтəһенə лə яҙыр инем, һис бер яуапһыҙ ҡалдырмаҫ инем. Хəҙер белмəйем кемдең ҡайҙа икəнен дə, белмəйем ҡайһы ерҙəргə, ҡайһы адрес менəн яҙып ҡарарға.
Ауылға барыһына ла икешəр хат яҙып ҡараным. Ярай шуның менəн сəлəмемде тамамлап, тағыла үтенеп һорайым хатхат яҙығыҙ ҡаршы онотмай.
Хуш, иҫəн-һау булығыҙ. Хат яҙығыҙ иҫке адрес менəн, йəғни Полевая почта № 15339-и оҙаҡламай иҫке часыма барырмын. Юлбарсову Рамазану Ямалитдиновичу, - тип үтенеп хат яҙыусы улығыҙ Рамаҙан Ямалитдин улы Юлбарсов булыр.
2/II 1945 йылда "Польшала".
Хатты әҙерләп, редакцияға биреүсе Хəтифə ҒƏЗИЗОВА, Күмертау ҡалаһы

Фронтовиктың хаты тулы килеш үткән йома һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: