+13 °С
Облачно
Беҙ кисә, 9 май көндө, олатайым йортонда өмә үткәрҙек. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре йыйылышып, материал һатып алып, урам кәртәһен яңырттыҡ. Олатайым Бөйөк Ватан һуғыш ветераны Сәхиуллин Әхмәтғәли Әхмәҙей улы күптән гүр эйәһе. Ғәфүрә өләсәйем дә. Улар 9 бала үҫтергәндәр, бик тырыш булдылар. Улар беҙгә гел үрнәк.
Гүзәл Салауатова, Мәмбәтҡол ауылы