Все новости
Хәтер
12 Мая 2022, 09:07

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын булған кешебеҙ, яратҡан әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Факиһа Сабирйән ҡыҙы АҘНАБАЕВАның беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә бер йыл да була.

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмәнең балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: