Все новости
Хәтер
14 Мая 2022, 08:50

Һүҙҙәр артыҡ

Еңеү көнөндә "Юшатыр" әллә күпме хат-хәбәр-фото-видео алды.

Һүҙҙәр артыҡ
Һүҙҙәр артыҡ
Өлгөргәнсә яҙырға тырыштыҡ, шулай ҙа барыһын да ҡосаҡҡа һыйҙырып булманы. 
Яҡшымбәттән килгән ошо фотоға ла ҡул барып етмәне. Беҙҙең халыҡ, әллә һүҙгә һарандармы - 2007 йыл, тыл ветерандары тип яҙған да ебәргән. Ҡалғанын үҙегеҙ белегеҙ. Фантазияны тегеләйгә лә бороп, былайға ла әйләндереп байтаҡ ултырылды, барыбер ижади ҡомар етмәне. Шунан уйлап ҡуйҙыҡ: ә нимәгә ул нимәлер тип өҫтәү? Фотоһүрәт барыһын да үҙе һөйләй (йөҙҙәр ул саҡта саҡ ҡына йәшерәк булған икән, кейгән кейем дә башҡасараҡ - модаһы шулайыраҡ булғандыр, ә анау балалар хәҙер баш аша ҡарап тора...), уға һүҙҙәр кәрәкмәй. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: