Все новости
Хәтер
15 Мая 2022, 14:00

Күңелдәрҙе һаман йылыта

Элегерəк ауылдарҙа һəр ҡапҡа төбөндə эскəмйəләр торор, ә кистәрен унда, тауыҡ сүплəһə лə бөтмəҫ эштəренең осона сығып, мал ҡаршыларға һəр бер ихата алдына, инəй-бабайҙар, бала-сағалар сығып ултырыр ине.

Күңелдәрҙе һаман йылыта
Күңелдәрҙе һаман йылыта

Бына ошондай матур күренештəрҙе сағылдырған мəлде, хəтерҙə ҡалһын тип, фотоға ла төшөрөп алғандар. Был фотола тыумышы менəн Яҙлау эргəһендə урынлашҡан, бөткəн Ялсыҡай ауылынан булған, ғүмерен юлдарын Яҡут ауылында үткəргəн Дауытовтар ғаилəһе һүрəтлəнгəн. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йəүҙəт Əхмəтхəлəф улы миҙалдарын тағып, тормош иптəше Минйыһан Ғəли ҡыҙын эйəртеп, йорт алдына матур ғына итеп, парлашып сығып ултырғандар.
Үҙҙəре күптəн инде баҡыйлыҡҡа күсһəлəр ҙə, был матур фото уларҙың яҡты иҫтəлеген һаҡлап, балаларының күңелен йылытып торалыр.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: