Все новости
Хәтер
16 Мая 2022, 10:28

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ғиндулла Зөбәйҙулла улы ЙЫҺАНШИНға - 85 йәш тулған булыр ине. 

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Ҡәҙерле кешебеҙҙең беҙҙең йөрәктәребеҙгә оло яра һалып, ҡапыл ғына баҡыйлыҡҡа күсеүенә 30 йылдан ашыу ғүмер үтһә лә, ул һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә. Уны уйламаған, иҫкә алмаған бер көнөбөҙҙә юҡ. Йылдар үткән һайын нығыраҡ һағынабыҙ.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ хеҙмәт һөйөүсән, тырыш, изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, ярҙамсыл кеше булды. Ул хатынына һөйөклө ир, балаларына хәтәрлекле атай, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан, оло йөрәкле олатай, кешеләргә яҡты йөҙлө, шаян һүҙле булды.
Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алһағыҙ ине. Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Мәрхүмдең тормош иптәше Ғәтиә, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: