Все новости
Хәтер
18 Мая 2022, 16:36

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Ошо көндәрҙә ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Янар Рәхмәт улы ИСХАҠОВтың беҙҙең аранан китеүенә 20 йыл тулды.

ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

Бик күп ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, беҙ уны юҡһынабыҙ, һағынабыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ бик хәстәрлекле, тырыш атай, олатай, барыбыҙ өсөн дә ныҡлы терәк һәм таяныс ине. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙе тик яҡты хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ. Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре нурлы, яҡты, йәне йәннәттә булһын яҡыныбыҙҙың.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, килендәре, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: