Все новости
Хәтер
20 Мая 2022, 12:18

Яҙҙар килгән һайын...

Фәрит Хәмит улы Ниғмәтуллин иҫтәлегенә. 

Яҙҙар килгән һайын...
Яҙҙар килгән һайын...

Күҙ алдымда беҙҙе осраштырған,
Таныштырған йылы матур май...
Ғүмер үрҙәренә һинһеҙ барам
Арыһам да, һис тә туҡтамай.

Ун бишенсе яҙҙар һинһеҙ килә,
Ап-аҡ күлдәк кейҙе муйылдар.
Һинең менән үткән ҡыҫҡа ғүмер
Онотолмай, һаман уйымда.

Мин булмаһам иҫкә алырһығыҙ тиеп,
Ултырттың һин сейә, муйыл, алмағас.
Балан, миләш йортобоҙҙо биҙәп тора,
Һинең төҫөң булып үҫә һәр ағас.

Күңелемде биләй моңһоҙ һағыш,
Әллә һинһеҙ яҙҙар еткәнгә.
Ҡыҫҡа булды беҙҙең уртаҡ яҙмыш
Тормош юлдарынан үткәндә.

Ҡаршылыҡһыҙ үтеп булмай икән
Ғүмер тигән оҙон юлдарҙан.
Яҡшы сағы иҫтәремдән сыҡмай,
Насарҙарын юйып уйҙарҙан.

Оҙатҡанда һине мәңгелеккә – яҙ ине.
Тик донъя кинәт болот ҡапланы.
Ҡушылып беҙгә ер ҙә, күк тә иланы,
Әйтерһең дә күк ҡабағы ҡоланы.

Бик ашығып, ваҡыт менән уҙышып,
Йәшәнең һин, ут алырға тигәндәй.
Яҡты донъяларҙан үтәр юлың
Ҡыҫҡа булыуҙарын белгәндәй.

Ҡалды һинең ҡорған матур донъяң,
Йортобоҙҙо гөл-баҡсалай булдырҙың.
Иң ҡәҙерле мираҫ итеп яҙып,
“Яҙмыш” тигән китап ҡалдырҙың.

Ялғыҙ ҡалдым, тик юғалып ҡалманым,
Ярһытманым йөрәгемде, ныҡ булдым.
Миңә хәҙер икеләтә көслө булыу кәрәк,
Хоҙай биргән ғүмеремде йәшәйем мин
Кәрәк булып, балаларға, булып терәк.

Яҙҙар килгән һайын бер уҡ уйҙар,
Ҡайтмаҫыңды беләм әйләнеп.
Яҙмыш та ул, үҙе, тәбиғәттәй,
Яҙы, йәйе, көҙө, ҡышы килә бәйләнеп...

Мәҙинә НИҒМӘТУЛЛИНА, Кинйә-Абыҙ ауылы

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: